100%

Ҡарт олатай иҫтәлеге. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ҡарт олатай иҫтәлеге
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2010 йыл. Нәшер ителгән: 08.05.12. Сығанаҡ: газета "Башҡортостан" • Хикәйә


Асман олатаһы йәшәгән хәрби ҡаласыҡҡа ҡунаҡҡа килде. Ашап алғас, күмәкләп урамға сыҡтылар.

Барса халыҡ музыка яңғыраған яҡҡа табан ағыла. Бер аҙҙан автомат тотҡан һалдат һәйкәле янына барып сыҡтылар. Унда йәш һалдат ҡарауылда тора. Эргәһендә ҙур, матур эт артҡы аяҡтарына сүгеп ултырған. Улар ҙа армияла хеҙмәт итә икән.

Арыраҡ ҡуйылған оҙон ҡара таш диуарға күп итеп нимәлер яҙылған.

— Олатай, был ниндәй байрам һуң ул? — тип һораны Асман.

— Еңеү көнө, ҡолонсағым.

— Ә кем кемде еңгән? — Малай аптырап ҡалды.

— Элек, минең атайым йәш саҡта, һуғыш булған. Илебеҙгә дошман баҫып ингән, — тип аңлатты олатаһы. — Улар танк менән килгән, самолет осороп, бомба ташлаған, пулеметтан атҡан. Бик ҡурҡыныс булған ул һуғыш. Атайым да яуға киткән, илде һаҡлашҡан. Ошо яҙыу араһында уның да фамилияһы бар.

— Ә ул атышырға ҡурҡмағанмы? — тип һораны Асман. Ул һуғышты кинола саҡ ҡына күргәне бар. Ысынлап та, ҡурҡыныс. Шуға малай атыш күрһәтелгән киноларҙы ҡарамай.

Олатаһы Асманды күтәреп алды ла һөйләүен дауам итте:

— Юҡ, атайым бик батыр кеше ине. Бер саҡ уны алышта пуля яралаған. Шыуып барырлыҡ та хәле ҡалмаған. Ауыртыныуҙан хатта иҫен юғалтҡан, бер ни күрмәҫ, ишетмәҫ булған. Бер саҡ битенә ниндәйҙер йөнтәҫ йылы нәмә ҡағылғанын һиҙгән. Күҙен асып ебәрһә, янында эт ултыра, ти. Ул, һалдатты йәлләгәндәй, шыңшып ҡуйған да китеп барған. Күпмелер ваҡыт уҙғас, атайымдың янына бер ҡыҙ шыуышып килгән. Уларҙы “санитарка” тип йөрөткәндәр. Ҡыҙ атайымды плащ-палатка тип аталған ҡалын туҡымаға шыуҙырып һалған да һөйрәп алып киткән. Яңынан атыш башланғанда, атайым инде яралыларҙы дауалай торған урында булған.

— Бәхетең, Полкан һинең янға алып барып сығарҙы, — тигән санитарка хушлашҡан саҡта.

Атайым шулай тере ҡалған. Ә эттәрҙе бик ярата ине. “Аҡыллы, тоғро улар”, — ти торғайны. Һуғышта өйрәтелгән эттәр яралыларҙы эҙләшкән. Бына был һалдат та эт менән тора, моғайын, ул да эшендә ярҙам итәлер.

Асман һалдатҡа ла, эткә лә һоҡланып ҡарап торҙо — ниндәй матур һәм батыр улар!

Олатаһы малайҙы үҙҙәренең фамилияһы яҙылған урынға алып килде. Асман әле оҙон һүҙҙәрҙе уҡый белмәй. Урталағы ҡыҫҡа һүҙҙәге хәрефтәрҙе әйтә башланы:

— Х-Ә-М-З-Ә. Хәмзә! — тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе ул.

— Эйе шул, Хәмзә, — тине олатаһы. — Атайымдың исеме шулай ине.

Ҡаһарман яугирҙең бүләһе бәләкәс кенә ҡулдары менән хәрефтәрҙе һыйпап сыҡты:

— Рәхмәт һиңә, ҡарт олатай!..


Иң кескәйҙәр өсөн ҡыҫҡартылған вариант

Яугир бүләһе

Асманға, бөгөн байрам – Еңеү көнө, тинеләр.

— Ә кем кемде еңгән? — Малай аптырап ҡалды.

— Элек, минең атайым йәш саҡта, һуғыш булған. Илебеҙгә дошман баҫып ингән, — тип аңлатты олатаһы. — Атайым да яуға киткән, илде фашистарҙан һаҡлашҡан.

Олатаһы менән малай майҙандағы еңеүселәргә ҡуйылған һәйкәл янына барып, сәскә һалырға булдылар.Юлда олатаһы Асманды күтәреп алды ла һөйләүен дауам итте:

— Атайым бик батыр кеше ине. Бер саҡ алышта яраланған.. Шыуып барырлыҡ та хәле ҡалмаған. Ауыртыныуҙан хатта иҫен юғалтҡан, бер ни күрмәҫ, ишетмәҫ булған. Иҫенә килһә, янында эт ултыра, ти. Ул, һалдатты йәлләгәндәй, шыңшып ҡуйған да китеп барған. Күпмелер ваҡыт уҙғас, атайым янына бер ҡыҙ шыуышып килгән. Уларҙы “санитарка” тип йөрөткәндәр. Ул атайымды арҡаһына һалып һөйрәп алып киткән. Атайым шулай тере ҡалған. Ә эттәрҙе бик ярата ине. “Аҡыллы, тоғро улар”, — ти торғайны. Һуғышта өйрәтелгән эттәр яралыларҙы эҙләшкән. Улар һәйкәл янына килеп етте. Уның янында һаҡта бер һалдат эт менән тора ине.

Асман һалдатҡа ла, эткә лә һоҡланып ҡарап торҙо — ниндәй матур һәм батыр улар!

Олатаһы малайҙы үҙҙәренең фамилияһы яҙылған урынға алып килде. Асман әле оҙон һүҙҙәрҙе уҡый белмәй. Ул ҡыҫҡа һүҙҙәге хәрефтәрҙе әйтә башланы:

— Х-Ә-М-З-Ә. Хәмзә! — тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе ул.

— Эйе шул, Хәмзә, — тине олатаһы. — Атайымдың исеме шулай ине.

Ҡаһарман яугирҙең бүләһе бәләкәс кенә ҡулдары менән хәрефтәрҙе һыйпап сыҡты:

— Рәхмәт һиңә, ҡарт олатай!..